Бюджет урындары күпме?26.06.2018
Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарҙы ҡабул итеү дауам итә. Документтарҙы бөтә кимәлдәге һәм әҙерлек формаһындағы йүнәлештәргә: бакалавриат, белгеслек, магистратура программаларына тапшырырға мөмкин. Быйыл республика вуздары бюджетҡа 9326 кеше, шул иҫәптән 5024 бакалавр, 1212 белгес, 3090 магистр йыйырға тейеш.

Юғары уҡыу йортона инеү өсөн ике мотлаҡ фән буйынса, шулай уҡ һайланған йүнәлешкә бәйле ике-өс имтихандың һөҙөмтәһен тәҡдим итеү шарт. Ҡайһы бер вуздар һәм факультеттар үҙҙәрендә үк өҫтәмә һынау үткәрә.
Абитуриент Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе буйынса уҡырға инһә, документтар тапшырыуҙың һуңғы көнө 26 июль. Юғары уҡыу йорто үҙе һынау үткәрһә, документтар 10 июлгә тиклем ҡабул ителә. 27 июлдә уҡырға ала башлайҙар, 29 июлдә иһә ошо турала бойороҡ сыға. Уҡырға алыу тураһында икенсе бойороҡ 3 августа ҡабул ителә. Абитуриенттар былтырғы кеүек үк биш вузға өс йүнәлешкә документ тапшыра ала.


Вернуться назад