Шүлгәнташтың 3D моделе төҙөлдө26.06.2018
Шүлгәнташтың 3D моделе төҙөлдөПалеолит дәүерендәге тәүтормош кешеһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре менән танылыу яулаған Шүлгәнташ мәмерйәһенең тәүге 3D моделе төҙөлдө. IV “Тарихи-мәҙәни мираҫты музеефикациялау: теория һәм практика” халыҡ-ара симпозиумында ҡатнашыусыларҙы ошо проект менән таныштырҙылар. Мәскәү белгестәре визуализация алымдары тураһында ентекле һөйләне.


Виртуаль моделде төҙөү өсөн мәмерйәнең эсендә 336 лазерлы сканерлау пункты ҡуйылды. Мәмерйә ҡатмарлы формала булғанға күрә 16,4 миллиард нөктәнең координаталары алынды. Ошо көндәрҙә пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында Шүлгәнташҡа ингән ер фотоға төшөрөлдө. Мәмерйә тирәләй 20 квадрат километр самаһы майҙанды һауанан сканерлау бурысы тора.
Проект буйынса ун кешенән торған төркөм эшләй. Төп галереяла, “Сталагмит”, “Көмбәҙ”, “Тамғалар”, “Хаос”, “Һүрәттәр”, “Яҡындағы ҡоҙоҡ” залдарында һәм башҡа урындарҙа мәмерйә стеналарын моделләү өсөн 16380 фото эшләнгән.
— Мәмерйәне комплекслы документациялау менән шөғөлләнәбеҙ. Төрлө техноло­гияларҙы ҡулланабыҙ. Лазер ярҙамында сканерлайбыҙ, фотоға төшөрәбеҙ, геодезия эштәрен башҡарабыҙ, — тине 3D сканерлау буйынса белгес Юрий Свойский. — Ошо эштәрҙең һөҙөмтәһе берҙәм системаға берләштерелә. Беҙ төрлө мәғлүмәттәрҙе йыйып, комплекслы образ, Шүлгәнташ мәмерйәһенең комплекслы моделен төҙөйбөҙ. Виртуаль музей ойоштороу һәм мәмерйә тураһында мәғлүмәтте интернет аша таратыу күҙаллана.
Белгестәрҙең фекеренсә, киләсәктә мәғлүмәттәр мәмерйәне күҙәтеү, ҡаяға яһалған һүрәттәрҙе, уларҙағы үҙгәрештәрҙе, тектоник факторҙарҙың хәүефен баһалау, ағып төшкән һыуҙы анализлау, шулай уҡ белем биреү һәм ғилми маҡсатта файҙала­ныласаҡ.
Республиканың 100 йыллығы айҡанлы ойошторолған “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы нигеҙендә асыласаҡ музейға шулай уҡ виртуаль музей ҙа өҫтәләсәк.
Проект эшләнеп бөткәс, уны интернеттан файҙаланыусылар иғтибарына тәҡдим итәсәктәр. Мәҙәни мираҫ объекттарын, шул иҫәптән үҙенсәлекле археология ҡомартҡыһы — Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, танытыу мәсьәләләренә арналған симпозиум Бөрйән районындағы Морат-Туғай биләмәһендә тамамланды.


Вернуться назад