Бишенсе саҡырылыш тамам26.06.2018
Алда тағы ла яуаплыраҡ ваҡиғалар

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 54-се пленар ултырышы яҙғы сессияның ғына түгел, ә бишенсе саҡырылыштың да һуңғы йыйыны булды – быйыл көҙ, билдәле булыуынса, парламенттың яңы составы һайланасаҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов депутаттарҙың 2013 – 2018 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.

– Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле эшегеҙ өсөн рәхмәт, хөрмәтле коллегалар, – тине Рөстәм Зәки улы, ошо ултырышта сығыш яһап. – Һеҙ юғары профессионаллек күрһәттегеҙ, мөһим башланғыстар менән сығыш яһанығыҙ, республика Хөкүмәте, башҡарма власть органдары, муниципалитеттар, һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләнегеҙ, дөйөм республика кимәлендәге бурыстарҙы хәл иткәндә һеҙгә яуаплылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылышлылыҡ хас булды. Һис шикһеҙ, әүҙем һәм эшсән, берҙәм һәм хеҙмәттәшлеккә әҙер парламентһыҙ беҙ үҫеш сәйәсәтен үткәрә, йәмғиәттә оптимистик мәҙәниәтте нығыта, кешеләрҙә киләсәккә ышаныс менән ҡарауҙы дәртләндерә алмаҫ та инек.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев парламенттың биш йыллыҡ эшмәкәрлеге буйынса отчет менән сығыш яһаны. Ошо осорҙа депутаттар 624 закон ҡабул иткән һәм тағы ла 27-һен өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итергә әҙерләгән. Парламент етәксеһе ҡануниәттәге һәр йүнәлеште анализланы, башҡа төбәктәрҙең һәм сит илдәрҙең закон сығарыу органдары менән бәйләнешкә баһа бирҙе, федераль закон проекттары буйынса Башҡортостан парламентарийҙары әҙерләгән тәҡдимдәргә лә туҡталып үтте. Ҡануни акттар сығарыу бер эш, ләкин уларҙың тайпылышһыҙ үтәлешен тәьмин итеү ҙә мотлаҡ. Шуға күрә депутаттар парламент тыңлауҙарын, “хөкүмәт сәғәттәре”, “түңәрәк өҫтәлдәр” йыш үткәргән.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Файзрахманов яһаған доклад “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығының үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” тип аталды. Сығыш мәғлүмәттәргә бай булды, артабан вице-премьер парламентарийҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Депутаттар “Башҡортостан” һәм “Республика Башкортостан” гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре Азамат Юлдашбаев менән Эльза Хореваны вазифаларынан бушатты һәм баҫмаларҙың тәүгеһенә – быға саҡлы Ишембай районының “Торатау” гәзитен етәкләгән Вәдүт Исхаҡовты, икенсеһенә ошо уҡ гәзиттең сәйәсәт мөдире булып эшләгән Гүзәл Нәбиеваны раҫланы. Баҫмаларҙың икеһенең дә ойоштороусылары – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм республика Хөкүмәте.
Бишенсе саҡырылыштың аҙаҡҡы ултырышы республика ҡануниәтен ике тиҫтәнән ашыу законға байытты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Башҡортостан парламентының ҡануниәтендә социаль йүнәлештәге закондар төп күләмде алып тора, был ултырышта ла халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, күп фатирлы йорттарҙа ремонт үткәреү, кинематографияны дәүләт яҡлауы, ветерандар, музейҙар, юл һалыуға ҡағылышлы һәм башҡа закондар ҡабул ителде. Ә беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ғына раҫланған проекттар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе саҡырылышына күсте.


Вернуться назад