Башҡорттарҙың рухи остазы22.06.2018
Өфөләге Конгресс-холл бинаһында мәшһүр йәмәғәт эшмәкәре, дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтең тыуыуына 185 йыл тулыу уңайынан “Рәсәйҙәге традицион Ислам һәм Зәйнулла Рәсүлев” тип аталған халыҡ-ара конференция ойошторола.
Рәсәй төркиәтсеһе В. Бартольд Зәйнулла ишанды “башҡорт халҡының рухи остазы” тип атаған. Атаҡлы шәйех Зәйнулла Рәсүлев хаҡында бөтә донъяға танылған ғалим, башҡорт халҡының юлбашсыһы Зәки Вәлиди “Хәтирәләр”ендә: “Ул миңә киң донъяға фатихаһын бирҙе”, – тип яҙа.
Башҡорт халҡының атаҡлы улы Зәйнулла Рәсүлевтең юбилей саралары барышында Рәсәй мосолмандарына бәйле көнүҙәк проблемалар хаҡында, Рәсәйҙә суфыйсылыҡтың үҫешендә Зәйнулла ишандың әһәмиәте тураһында һөйләшеү, бөйөк шәйех тыуған (Учалы районының Шәрип ауылы) һәм ерләнгән (Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһындағы мосолман боронғо зыяраты) урындарға сәфәр ҡаралған. Халыҡ-ара кимәлдәге конференцияла Үзбәкстан, Төркиә, Япония илдәренән ғалимдар ҡатнашыуы көтөлә.
Хөрмәтле милләттәштәр, һеҙҙе 5 июлдә сәғәт 10-да асыласаҡ сараға саҡырабыҙ. Ә 7 июлдә, Зәйнулла ишандың тыуыуына 185 йыл тулыуға бағышлап, ҡөрьән уҡыусылар конкурсы була.