Себеште көҙ һанайҙар22.06.2018
Башҡортостан төбәк Үҙәк һайлау комис­сияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Респуб­ликаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай депутаттарын һайлау кам­па­ния­һының башланыуын белдерҙе.

– Хәҙер һайлаусылар ҡайҙа һайлаясаҡтары тураһындағы ғаризаны алдан бирә ала. 25 июлдән 5 сентябргә тиклем территориаль комиссия, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәткән күп функциялы үҙәк йәки Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт порталы аша ғариза бирергә була, – тине Хәйҙәр Арыҫлан улы.
Әле сәйәси партиялар тәҡдим иткән кандидаттар – Үҙәк һайлау комиссияһында, бер мандатлы округтар буйынса кандидаттар 39 округ комиссия­һында теркәлә ала. Бының өсөн 30 көн бирелә, йәғни 21 июлдә киске сәғәт 6-ла комиссия документтарҙы ҡабул итеүҙе туҡтатасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 сентябрҙә республика халҡы урындағы парламентҡа 110 депутат һай­лаясаҡ. Шулай уҡ Белорет районының Абҙаҡ ауыл хакимиәтендә ауыл Советына депутаттар өсөн тауыш бирәсәктәр, 21 район һәм ауылда өҫтәмә һайлау ойошторола. Һайлау мәлендә урындарҙа 3391 участка эшләйәсәк.
Әле “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы”, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары”, “Йәшелдәр” Рәсәй экологтар партияһы” сәйәси партиялары депутат мандаттарын бүлеүҙә ҡатнашырға рөхсәт алған. Башҡа партия­ларға һәм үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидаттарға ҡултамғалар йыйырға тура киләсәк. Йәғни бының өсөн республика исемлегенән кандидаттарға (партияларға) 15 298-ҙән кәм булмаған һәм 16 827-нән артмаған күләмдә ҡултамға йыйырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уларҙың 3 100-ө тикшереләсәк. Ә бер мандатлы округтарҙа теркәлгәндәргә ҡултамғалар күләме һайлаусылар һанынан сығып билдәләнә.


Вернуться назад