Рөстәм ХӘМИТОВ: “Өс йылда тиҫтәнән ашыу ҙур һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөргә ниәтләйбеҙ”20.06.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған йыйылышта белдереүенсә, өс йылда Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу ҙур һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк. 2017 йылда һаулыҡ һаҡлау системаһына республика ҡаҙнаһынан 60,5 миллиард һум йүнәлтелде, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Быйыл иһә яңы төҙөлөштәр иҫәбенә был аҡса күләме 68,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.

– Беҙҙә мөһим һаулыҡ һаҡлау объекттары, дауаханалар һәм поликлиникалар сафҡа индерелә, медицина үҙәктәре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Быйыл Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының яңы поликлиникаһы буйынса эш башланасаҡ. Был – өр-яңы проект. Иҫке поликлиниканың ниндәй хәлдә булыуын яҡшы беләһегеҙ.
Башҡа мөһим объекттар иҫәбендә – кардиоүҙәк менән онкодиспансерҙың яңы корпустары.
– Кардиология үҙәгендә хирургия корпусын төҙөй башлайбыҙ. Ҡиммәтле, монументаль ҡоролма республика өсөн бик кәрәк. Үлем осраҡтарының 40 проценттан ашыуы кардио-, ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү йәһәтенән нисек эшләүебеҙгә бәйле икәнлеген барығыҙ ҙа беләһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Киләһе йыл онкология диспансерының яңы корпусын файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Төҙөлөш әүҙем бара. Ғөмүмән, өс йылда тиҫтәнән ашыу ҙур объект төҙөргә ниәтләйбеҙ.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, быйыл республика ра­йондарында өр-яңы 30 фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ, төпкөл ауылдар халҡы өсөн 20 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ.
* * *

2011 йылдан юғары технологиялы медицина ярҙамын финанслау алты тапҡыр артҡан.
– 23 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында юғары технологиялы ярҙам күрһәтелә, – тине республика Башлығы Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған йыйылышта. – Һуңғы биш йылда бөйөрҙө күсереү буйынса – 151, йөрәкте күсереү йәһәтенән 16 һәм бауырҙы күсереп ултыртыу буйынса 14 операция яһалған.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, быйыл 1 ғинуарҙа Республика медицина-генетика үҙәге асылды. Ул генетик паспортлаштырыу, ДНК-диагностика һәм республика халҡының һаулығын мониторинглау йәһәтенән яңы мөмкинлектәр бирә.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Волга буйы федераль округындағы тәүге Робот хирургияһы үҙәге эшләй башланы. Унда “Да Винчи” медицина роботы ярҙамында 50-нән ашыу операция яһалды.
– Сирҙәрҙе иҫкәртеүҙең, диагностикалауҙың һәм дауалауҙың өр-яңы алымдары әүҙем ҡулланыла, – тине төбәк етәксеһе. – Өлкән быуынды диспансерлаштырыу өс йылға бер тапҡыр түгел, ә йыл һайын үткәреләсәк. Әлбиттә, балаларҙың һаулығына ла айырым иғтибар биреләсәк.


Вернуться назад