Һайлау көнө тәғәйенләнде20.06.2018
Республикала алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау тәғәйенләнде. Был турала ҡарар Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Ултырышты Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.

Төбәктәге закондар сығарыу йыйылышы депутаттарын һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә тәғәйенләнде. Республика халҡы 110 депутат һайлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһы – бер мандатлы округтар буйынса, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайлана.
Ултырышта һайлауға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса сараларҙың календарь планы раҫланды. Комиссия ағзалары һайлау кампанияһын ойоштороу өсөн кәрәкле бер нисә ҡарарҙы тикшерҙе һәм ҡабул итте.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһы закондар сығарыу власының даими эш иткән органы булып тора. Уға 110 депутат инә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары биш йылға һайлана. 18 депутат даими профессиональ нигеҙҙә эшләйәсәк.
Тауыш биреү көнөнә 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана ала.


Вернуться назад