Ҡырмыҫҡалыла – “Табынфест”20.06.2018
Ҡырмыҫҡалыла – “Табынфест”Табын ырыуы йәштәренең тәүге йыйыны былтыр Архангел районында – йәмле Инйәр буйында ойошторолғайны. Киләһе байрамды үткәреү хоҡуғын раҫлаған күсмә вымпелды Ҡырмыҫҡалы районы делегацияһы ҡабул итеп алғайны.


23 июндә II “Табынфест” ошо райондың Бишауыл-Уңғар ауылы янындағы Ташлыкүл буйында уҙасаҡ. Байрамда ҡатна­шыусыларҙы бай программа – төрлө темалар буйынса белем майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре, “Табын” китабы менән таныштырыу, спорт ярыштары, “Табын батыры”, “Табын һылыу­ҡайы” конкурстары, концерт һәм этнобейеү-дискотека көтә.
Йәштәр йыйынында ун райондан Силәбе, Ырымбур, Һамар һәм Ҡурған өлкәләренән Табын ырыуы йәштәренең ҡатнашыуы көтөлә. Байрамға тамаша ҡылырға һәр кем килә ала.
Ҡырмыҫҡалыла – “Табынфест”


Вернуться назад