Ғаилә менән килегеҙ20.06.2018
23 июндә Өфөнөң Аксаков исемендәге мәҙәниәт баҡсаһында “Ҡала. Балалар” фестивале уҙғарыла. Ул музыканы, оҫталыҡ дәрестәрен, күргәҙмәләрҙе, лекцияларҙы, балалар һәм анимация зоналарын үҙ эсенә ала.

Күләмле байрам нигеҙендә балалар тематикаһына ҡул эштәре йәрминкәһе ойошторола, психологтар, диетологтар, табиптар ата-әсәләр өсөн түләүһеҙ лекциялар уҡыясаҡ, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк. Ойоштороусылар ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сара вәғәҙә итә.


Вернуться назад