Ҡояш нурҙарынан көс алмаһаҡ ...20.06.2018
Быйыл йәйҙең һуңлап килеүе ауыл хужалығы эштәрен башҡарыуҙа ла тотҡарлыҡ тыуҙыра. Башҡортостанда тәүге үлән сабымын ҡыҫҡа ваҡытта башҡарырға тура килә, тип әйтелде Әлшәй районындағы мал аҙығы әҙерләү кампанияһына әҙерлек буйынса семинарҙа. Белгестәр ҡатнашлығында шундай уҡ осрашыуҙар республиканың бөтә муниципалитеттарында үтте.
Сәсеүҙе тамамлағандан һуң предприятиелар мал аҙығы әҙерләүгә тотондо. Температураның түбән булыуы арҡаһында быйыл үләндәр ғәҙәттәгенән 15-20 көнгә һуңыраҡ сыҡты, шуға тәүге бесән әҙерләү тиҙлеген мөмкин тиклем тиҙләтергә кәрәк, тип кәңәш итә белгестәр.
Былтыр Әлшәй районы һауым буйынса 33-сө урын алды – һәр һыйырға 4384 килограмм тура килде. Хәлде мал аҙығын етештереү иҫәбенә яҡшыртырға була. Анализ төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында йыш ҡына малдарҙың продуктлылығын арттырыу өсөн талап ителгән туҡлыҡлылыҡ һәм әҙерләнгән аҙыҡтың сифатын тәьмин итмәүҙе күрһәткән. Культуралар менән файҙаланыу ваҡыты үтәлмәй, күпселек баҫыуҙарҙа сүп үләне өҫтөнлөк итә.
Ауыл хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, был миҙгелдә республика хужалыҡтары бер баш малға кәмендә 30 центнер ҡаты һәм һутлы мал аҙығы берәмеге әҙерләү планы алған.
Ә тәбиғәт көйһөҙләнеүен дауам итә. Ҡояшлы йылы көндәрҙең бик аҙ булыуы, таң алдынан ҡырауҙың йыш ҡабатланыуы ауыл хужалығының ғына түгел, ә туризм тармағының да, шәхси баҡса үҫтереүселәрҙең дә, саф һауала күмәк сара ойоштороусыларҙың да эшен тотҡарлай. Беҙҙең яҡтарҙа йәшелсә-емештең уңышы аҙ булһа, көньяҡтан килтерелгәненең хаҡы ныҡ күтәрелеп китерме икән? Йылының етмәүе хайуандар донъяһына ла ауырлыҡ килтерә. Күрше Свердловск өлкәһендә, мәҫәлән, ҡарлуғастарҙың күпләп үлеүен теркәгәндәр: юғары тиҙлектә осҡан был ҡошсоҡтар һалҡында тиҙ арый һәм ергә ҡолап төшә икән. “Ошондай хәл беренсе тапҡыр ғына күҙәтелмәй, 2014 йылдың йәйендә һалҡын һауа оҙаҡ ҡына торғайны, ул саҡта ла ҡоштар күпләп һәләк булды”, ти Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының ғилми хеҙмәткәре Нина Саҙыҡова.
Бындай һауа торошо, психологтар раҫлауынса, кешенең һаулығына ла кире йоғонто яһай, ҡояш нурҙарының етешмәүе әҙәм балаһының кәйефен дә төшөрә һәм нерв, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының көсәйеүенә алып килә. Йәйге климатта көс туплап өлгөрмәгән организмдың көҙгө йонсоуҙа нығыраҡ интегеүе лә ихтимал, тип иҫкәртә табиптар.