Эшһеҙлек тә кәмей...19.06.2018
Башҡортостандың баш ҡалаһында предприятиелар һәм ойошмалар иғлан иткән рәсми вакансиялар һаны, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн булғанын да иҫәпкә алып, үткән айҙа 22 мең урын тәшкил итте.

Өфө ҡалаһының Мәшғүллек үҙәге хәбәр итеүенсә, 5,2 мең вакансия, йәғни эш урындары һанының 22 проценты, айына 30 мең һумдан ашыулыҡ хеҙмәт хаҡы вәғәҙә итә. Ә уларҙың 21 процентына 10 мең 913 һумдан алып 15 мең һумға саҡлы түләү күҙ уңында тотола.
Йыл башында баш ҡалабыҙҙа 5,1 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ булһа, хәҙер улар 4,9 мең кеше иҫәпләнә.


Вернуться назад