Ипотека күрһәткесе төшә...19.06.2018
Үткән айҙа беҙҙең республикала ипотека кредиты буйынса уртаса ставка тарихта күрелмәгәнсә түбән төштө һәм 9,7 процент тәшкил итте. Ә былтыр майҙа ул 11,8 процент ине. Был турала республиканың Милли банкы хәбәр итте.
Уҙған йылдың ғинуар-апреле менән сағыштырғанда, Башҡортостан халҡына бирелгән ипотека кредиттары һаны 1,8 тапҡырға артҡан. Ә быйылғы дүрт айҙа банктар республика халҡына 15,8 мең ипотека кредиты таратҡан. Был төр кредиттың дөйөм суммаһы 2017 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан һәм 25,8 миллиард һумға еткән. Кредитлауҙың уртаса оҙайлығы – 15 йыл.
Үтескә алғандарҙың банктарға ипотека буйынса дөйөм бурысы ағымдағы йылдың 1 майына 26,6 процентҡа артҡан һәм 151,9 миллиард һум тәшкил итә. Шул ваҡытта кисектерелгән бурыс кәмей һәм май башына ул дөйөм бурыстың 0,8 проценты ғына булды, тип хәбәр итә Милли банк.