Башҡортостанда этник спорт төрҙәре буйынса уҙған Күсмә халыҡтар уйындары 4500-ҙән ашыу тамашасыны йыйҙы. Сара Әбйәлил районындағы “Яҡтыкүл” шифаханаһы биләмәһендә уҙғарылды. Фестиваль бындай кимәлдә республикала тәүгә ойошторолдо. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Елена Арямнова әйтеүенсә, 100-ҙән ашыу батыр милли көрәштә, уҡ атыуҙа, һыбай уҡ атыуҙа көс һынашты. “Ылаҡ” уйыны айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был спорт төрө башҡорт, ҡырғыҙ, алтай, ҡаҙаҡ һәм башҡа Азия халыҡтарында бар. Һыбай егеттәр кәзә түшкәһен бер-береһенән тартып алырға тейеш. Һөҙөмтәлә Баймаҡ командаһы еңеү яуланы.
Уҡ атыу кеүек милли уйыныбыҙ ҙа ғәҙәтигә әйләнә бара.
– Был спорт төрө менән бер йыл шөғөлләнәм. Былтыр шифахана һабантуйында янды тәүгә ҡулыма алғайным, – тине ярышта ҡатнашҡан Динә Мәһәҙиева.
Блогер һәм тамашасы Рәйес Ғәбитов иһә “Онотолмаҫ тойғолар, бөтмәҫ ҡомар кисерҙем. Әйтерһең дә, атай-олатайҙар рухы уянды” тип яҙған. Сараны ойоштороусы Салауат Нафиҡов әйтеүенсә, туризмды үҫтереү йәһәтенән был фестиваль ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә.
– Тамашасылар республиканың төрлө райондарынан килгән. Был Күсмә халыҡтар уйындарының төбәк халҡында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы хаҡында һөйләй. Улар – беҙҙең тамырҙар һәм йолалар. Бындай сараны район һабантуйҙары тамамланғас, йыл һайын үткәрергә булдыҡ. Фестиваль бөтә Башҡортостандан көслө спортсыларҙы асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк, – тине Салауат Нафиҡов.
Әйткәндәй, әлеге еңеүселәр быйыл 2-9 сентябрҙә Ҡырғыҙстанда үтәсәк III Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашасаҡ.
Сараны республиканың Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, “Яҡтыкүл” һәм “Юбилей” шифаханалары ойошторҙо.