Иғлан16.06.2018
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын 1988 йылда тамамлаусылар иғтибарына!
Хөрмәтле һабаҡташтар! Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тибеҙ. Ни тиһәң дә, данлы белем усағын тамамлауыбыҙға байтаҡ ваҡыт – 30 йыл үткән! Икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, ул һағышлы көн, йәғни 1988 йылдың ҡояшлы 25 майы, кисә генә булған кеүек ине. 150-нән ашыу ҡыҙ һәм егеттең моңһоу көй оҙатыуында ҡулға-ҡул тотоношоп, белем усағын бер урап сыҡҡаны, моғайын да, иҫегеҙҙәлер. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан йыйылған балалар бер туғандай татыу ғүмер иттек.
Сығарылыш уҡыусыларының осрашыуы айҡанлы бик бай программа төҙөлгән. 30 июнь иртәнге сәғәт 12-лә туған мәктәп-интернатта йыйылабыҙ. Унан инде Өфө ҡалаһы янындағы Ташлы ял базаһына юлланасаҡбыҙ. Иртәгәһенә иһә “мәктәп-интернат тормошонан бер көн” дә ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Хатта һәр килеүсегә иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырыласаҡ.
Рәхим итегеҙ, һабаҡташтар! Осрашҡанға тиклем!
Ойоштороу комитеты.
(Бәйләнеш өсөн телефон: 8 937 160 60 88 – Резида Ҡалмырҙина).


Вернуться назад