Таңсулпан Ғарипова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы булды. Ошо көндәрҙә республика Башлығы Таңсулпан Ғарипованы ошо маҡтаулы исем менән бүләкләне.Таңсулпан Ғарипова — Зәйнәб Биишеванан һуң “республиканың халыҡ яҙыусыһы” тигән абруйлы исемде алған икенсе ҡатын-ҡыҙ яҙыусы.
– Был минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Проза яҙыу — ауыр хеҙмәт, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Бер яҡтан, үҙем, икенсенән, әлеге көндө көткән уҡыусыларым өсөн шатмын. Ошо дан әҫәрҙәремде уҡыусыларға, халҡыма кәрәк, — тине яҙыусы. — Был юғары исем Баймаҡ районына тәүге башҡорт Әлифбаһы авторы, билдәле телсе-ғалим Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев кеүек танылған шәхестәр биргән тыуған ауылым Күсейгә лә абруй өҫтәй”.
Таңсулпан Ғарипова — билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Яҙыусы үҙенең “Бөйрәкәй” китабы өҫтөндә ете йыл самаһы эшләне, һуңыраҡ ул пенталогияға әүерелде. Ул башҡорт әҙәбиәтендә сағыу һәм үҙенсәлекле күренеш булды. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы тасуирлана, изгелек һәм яманлыҡ араһындағы мәңгелек көрәш яҡтыртыла, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдары тыуҙырыла. 2004 йылда “Бөйрәкәй” “Йыл әҫәре” тип иғлан ителде һәм шунда уҡ халыҡ һөйөүен яуланы. 2006 йылда ошо романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.