Президентты... Ҡытайға барып күр13.06.2018
Рәсәй Президенты Владимир Путин яңыраҡ Ҡытайға сәфәре барышында ошо дәүләт етәксеһе Си Цзиньпин менән ике ил командалары араһындағы үҫмерҙәр хоккей матчын ҡараны.

Рәсәй данын республикабыҙҙың Туймазы ҡалаһынан 12 йәшлек малайҙарҙан төҙөлгән “Девон” яҡланы. Осрашыу алдынан ил башлыҡтары боҙға сыҡты һәм символик рәүештә уйынды асып ебәрҙе. Командалар дәүләт етәкселәренә хоккей формаһы бүләк итте. Бер аҙ балалар менән аралашҡас, президенттар матчты ҡарар өсөн трибунаға менде. Әйткәндәй, осрашыуҙа дуҫлыҡ еңде – ул тигеҙ иҫәпкә тамамланды (4:4).
“Девон” командаһының Ҡытайға сәфәре ике илдең балалар хоккейын үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлеге сиктәрендә тормошҡа ашырылды.



Вернуться назад