“Тамыр” ҡунаҡ саҡырҙы13.06.2018
“Тамыр” ҡунаҡ саҡырҙыМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡушыл” (“Включайся”) Бөтә Рәсәй балалар телевидениеһы фестивален ябыу тантанаһы үтте. Был фестивалде бына 13 йыл инде Милли телерадиотапшырыусылар ассоциацияһы ойоштора. Өфөлә ойошторолған сараға Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ менән Башҡортостан Хөкүмәте булышлыҡ итте.

Конкурста ҡатнашыу өсөн респуб­ликабыҙҙың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу йәш режиссер, оператор, хәбәрсе, мультипликатор килде. 6-8 июндә улар танылған режиссерҙарҙан, журналис­тарҙан, уҡытыусыларҙан оҫталыҡҡа өйрәнде, программа тәьминәте һәм техника менән эшләү буйынса дәрестәргә йөрөнө, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашты.
296 эште ике составтағы (балалар һәм өлкәндәр) баһалама комиссияһы тикшерҙе. Һөҙөмтәлә тарихи-танып белеү фильмдары һәм Рәсәйҙең йәш граждандарының юғары әхлаҡи, героик ғәмәлдәре тураһындағы программалар араһында “Илем геройҙары” номинацияһында “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “Төньяҡ амурҙар иле” программаһы һәм Сыуашстан Милли телекомпанияһының “Батырҙар беҙҙең арала” эше еңеүсе тип табылды. “Кино һөйөүсе” номи­нацияһында иһә “Тамыр” телека­налының “Бирешмә” эше һәм Екатеринбургтағы “Айсберг ТВ” йәштәр интернет-телевидениеһының “Z кешеләр” тапшырыуы иң яҡшыһы тип танылды. Күңел асыу программалары баһаланған “Бойоҡма!” номинация­һында иһә “Беренсе Тула” телека­налының “Ҡабыҙ” проекты һәм Өфөнән “Телешко” телевидение мәктәбенең “Кәңәштәр иле” проекты еңеп сыҡты.

Сергей МАЙОРОВ, журналист, алып барыусы:
— Республикағыҙҙа “Тамыр” балалар телеканалының ойошторолоуы һәм уның әүҙем эшләүе ҙур ваҡиға. Уға тиңдәр юҡ тип әйтергә мөмкин. Быйылғы фестивалдә “Тамыр” һис шикһеҙ лидер булып тора. Эштәрҙең сифаты ла башҡалар менән сағыштырғанда байтаҡҡа юғары.



Вернуться назад