Байрамды уңыштар менән ҡаршыланыҡ13.06.2018
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы. Унда былай тиелә:
“Ҡәҙерле дуҫтар! Бөтә ил менән бергә республика дәүләт байрамы — Рәсәй көнөн билдәләй.
Ул Ватаныбыҙ халыҡтарының уртаҡ яҙмышын һәм берҙәмлеген, Рәсәй дәүләтселегенең бай традицияларын кәүҙәләндерә, барыбыҙҙы ла ватансылыҡ һәм Тыуған илгә хеҙмәт итеү идеяһы тирәләй берләштерә.
Бөгөн Башҡортостан иҡтисадты һәм социаль өлкәне уңышлы үҫтерә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтә, ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра, ил етәкселеге ҡуйған өр-яңы күләмле бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итергә тырыша. Ижтимағи тотороҡлолоҡ, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡ, алға киткән сәнәғәт, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт һөҙөмтәһендә республикабыҙ Рәсәй дәүләтенең ышаныслы таянысы булып тора.
Ватандың именлеге һәр ҡайһыбыҙҙың тырышлығына, инициатива күрһәтеүенә һәм яуаплылығына бәйле. Был байрамды беҙ уңыштар менән, илдең киләсәге өсөн тулы ышанысҡа эйә булып ҡаршылайбыҙ.
Уртаҡ йортобоҙ — бөйөк Рәсәй тыныс булһын һәм сәскә атһын! Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!”