Баш ҡаланың Интернет селтәрендәге рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Өфөлә йәмһеҙ рекламаларҙы алып ташлаясаҡтар. Сәбәбе – күпселек реклама щиттарының физик һәм әхлаҡи яҡтан иҫкереүе, эстетик зауығын юғалтыуы. Өҫтәүенә, конструкция элементтары бөтөнлөгөн юғалтҡанға күрә, улар йыш ҡына йәйәүлеләр өсөн хәүеф сығанағы булып тора.Белгестәр әйтеүенсә, реклама конструкцияларының төп өлөшө “ҡыҙыл линия”ларҙа урынлашҡан, архитектура ҡомартҡыларын ҡаплап тора, ҡаланы йәмһеҙләй. Район хакимиәттәренә теге йәки был щитты алып ташлауҙы һорап, даими мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән, әле Өфөнөң Киров районындағы коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге транспорт күп йөрөгән Пугачев һәм Менделеев урамдарындағы конструкцияларҙы һүтә. Бүлек начальнигы Антон Тарасов билдәләүенсә, тәү сиратта талаптарға яуап бирмәгән реклама щиттары алып ташлана.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһының “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы кодексының 6.7-се статьяһына ярашлы, реклама материалын законһыҙ урынлаштырған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.