Һалымды портал аша түлә13.06.2018
Һалымды портал аша түләРәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 40-сы район-ара инспекцияһы белдереүенсә, һалым хеҙмәтендәге дәүләт хеҙмәттәренән ведомствоның рәсми сайтында ғына түгел, шулай уҡ Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында ла электрон тәртиптә файҙаланырға мөмкин.

Портал – дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон күрһәткән федераль дәүләт мәғлүмәт системаһын тәшкил итә. Селтәрҙә теркәлгән һәр кеше үҙенә уңайлы ваҡытта унан файҙалана ала. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һалым түләүсенең шәхси кабинетына инергә, 3-НДФЛ һалым декларацияһын тапшырырға, Юридик берәмектәрҙең берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәт алырға, шәхси эшҡыуар йәки юридик берәмек итеп теркәлергә, һалым бурысын асыҡларға һәм түләргә була.
Федераль һалым хеҙмәтендәге электрон хеҙмәттәргә тулыһынса эйә булырға теләһәгеҙ, сайттағы “һалым түләүсенең шәхси кабинеты”на инергә йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә, авторизация үтергә кәрәк.


Вернуться назад