Балаға ярҙам кәрәк13.06.2018
Тормошта ауыр хәлгә тарыған сабыйҙарға ярҙам итеүсе “Беҙҙең балалар” хәйриә фондынан ике йәшлек Лиананың яҙмышы хаҡында һөйләнеләр. Кескәй ҡыҙҙан башта туғандары, һуңынан тәрбиәгә алған ғаиләһе лә баш тартҡан. Ата-әсәһе, сабыйҙа Даун синдромы икәнлеген белгәс тә, уны ҡалдырырға ҡарар итә. Опека хеҙмәте Лианаға яңы ғаилә таба, барыһы ла яйға һалынғандай тойола. Әммә көтмәгәндә тағы бәлә килә – баланың лейкоз менән сирләүе асыҡлана. Яңы ата-әсә бындай һынауға әҙер булмай сыға, ҡыҙҙы дауаханаға химия терапияһына алып килә һәм бөтөнләйгә ҡалдыра.

Ике йәшлек балаға ҡаты сиргә ҡаршы көрәшеү менән бергә яҡындарының хыянатын кисереүе ни тиклем ауыр икәнлеген күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әле дауаханалағы Лиананы “Беҙҙең балалар” хәйриә фондынан бала ҡараусы хәстәрләй. Йәйҙе уға онкология бүлегендә үткәрергә тура киләсәк. Сабыйға тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт күрһәткән профессиональ хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына ай һайын 86 мең һум аҡса кәрәк.
– “Юғалтыуҙар юҡ” хәйриә фонды менән бергәләп Лиана хаҡында хәстәрлек күрәсәкбеҙ: бала ҡараусыға сиратлап хеҙмәт хаҡын түләйбеҙ, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итәсәкбеҙ. Ысын күңелдән сабыйҙың һауығыуын, уны ысынлап та яратҡан ғаилә табылыуын теләйбеҙ! – тинеләр фондтан.
Яҡындары баш тартҡан, әлеге көндә дауаханала ятҡан балаларға ярҙам итергә теләгәндәр өсөн мәғлүмәт:
– “Сбербанк-онлайн” ҡушымтаһы ярҙамында, Түләүҙәр/Башҡалар бүлегендә — “Беҙҙең балалар” атамаһы, Өфө ҡалаһы һәм ойошманың логотибы буйынса. Комментарийҙа “НЯНЯ” тип яҙыу шарт;
– банк картаһынан һылтанмаһы буйынса;
– кеҫә телефоны иҫәбенән 3434 номерына “НЯНЯ арауыҡ сумма” (мәҫәлән: “НЯНЯ 200) тигән һүҙҙәр менән СМС-хәбәр ебәрергә.


Вернуться назад