Депутаттар баҡсасылар яҡлы08.06.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереүгә ҡаршы сығыш яһаны. Был яңылыҡ ҡалаларҙа рөхсәт ителмәгән урындарҙа сауҙа иткән өсөн граждандарға штраф күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тота ине.

Өфө ҡала Советының тәҡдиме депутаттарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Тәртип боҙоусылар, ғәҙәттә, хаҡлы ялдағы баҡсасылар. Пенсионерҙар, көнитмешен аҙмы-күпме еңеләйтер өсөн, үҙҙәренең ер участкаһында үҫтергән йәшелсә-емеш менән һатыу итә.
– Баҡсасыларға яза биреү урынына уларҙы мәҙәни сауҙа рәүешенә ылыҡтырырға кәрәк. Кешеләр продук­цияһын ергә теҙеп түгел, йыһазлан­дырылған прилавка артында тороп һатырға тейеш. Ә бындай шарттар тыуҙырыу – урындағы власть орган­дарының бурысы. Хатта Өфөлә лә был мәсьәлә ыңғай хәл ителмәй әле. Һатыу итеү өсөн урындар йыш ҡына ситтә булдырылған, ә халыҡ кеше күп йөрөгән урам саттарын, магазиндар, туҡталыштар тирәһен һайлай. Тап ошондай ерҙәрҙә сауҙа нөк­тәләрен урынлаштырырға кәрәк, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев.
Тимәк, баҡсасылар иркенләп шәхси продукцияһын тәҡдим итә ала.


Вернуться назад