Дәүләт мөлкәтен һатыу тыйылды08.06.2018
Бынан ары офшор компаниялар Башҡортостан биләмәһендәге дәүләт мөлкәтен һатып алырға хоҡуҡһыҙ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары дәүләт мөлкәтен һатып алыу мөмкинлеге бирелмәгән субъекттар исемлеген киңәйткән “Башҡортостан Республикаһында дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законды ҡабул итте.

– Был исемлеккә һалым һалыуҙың ташламалы тәртибе бирелгән йәки финанс операциялары үткәрелгәндә мәғлүмәттәрҙе асыу һәм биреү ҡаралмаған дәүләттәрҙә, биләмәләр­ҙә теркәлгән ойошмалар өҫтәмә рәүештә индерелде. Атап әйткәндә, офшор зоналар ха­ҡында һүҙ бара, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ҡарар дәүләттең Рәсәй иҡтисадын офшорҙан сығарыу һәм илдән алып кителгән капиталды кире ҡайтарыуға этәргес биреү сәйәсәте менән тулыһынса ауаздаш. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә. Уның күрһәтмәһенә ярашлы, федераль кимәлдә тейешле сара күрелә. Баш­ҡортостан парламенты бындай сараларҙы республика ҡануниә­тен­дә нығытты. Хосусилаштырылған дәүләт активтары хужалары Рәсәй юрисдик­ция­һында булырға тейеш. Был ил иҡтисадын артабан да офшорлаштырыуға юл ҡуймау мөм­кинлеген бирәсәк.
Константин Толкачев әйтеүенсә, дәүләт мөл­кәтен һатып алыуҙы тыйыу офшор компания­ларға ғына түгел, шулай уҡ улар контроллек иткән ойошмаларға ла ҡағыла. Ошо көндәрҙә республика Башлығы яңы законға ҡул ҡуйҙы. Тиҙҙән ул ғәмәлгә инәсәк.


Вернуться назад