Мәскәүҙә “Ҡыҙыл майҙан” Бөтә Рәсәй китап фестивале сиктәрендә “Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью” китабының исем туйы үтте. Баҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры, мәшһүр башҡорт яҙыусыһы, драматургы, йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу алдынан донъя күрҙе. Китапты Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамында “Инеш” нәшриәте сығарҙы.Үҙенсәлекле китапта автор, әйтерһең дә, уҡыусы менән тормош, Тыуған ил, күңел, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ хаҡында әкрен генә фәлсәфәүи һөйләшеү алып бара. Уны төҙөүселәр Алексей Фенин менән Гөлнара Белозерова, Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеп, прозаһынан, шиғырҙарынан, хәтирәләренән бөтә ил тормошо юҫығында шағирҙың яҙмышын, заманса нәфис әҙәбиәттә уны сағыу, тәрән һәм үҙенсәлекле күренеш булараҡ күҙаллау мөмкинлеген биргән өҙөктәрҙе һайлап алған.
– Был, һис шикһеҙ, уникаль баҫма, сөнки Мостайҙың һүҙе, көндәлектәре, шиғриәте аша беҙ уның күңел түрендәге уй-фекерҙәре менән танышабыҙ. Китап мәшһүр яҙыусы, фронтовик, бай һәм ҡатмарлы яҙмышҡа, бойондороҡһоҙ фекерләүгә, юғары гражданлыҡ тойғоһона эйә булған шәхес – Мостай олатайыбыҙға ҙур ихтирам һәм оло һөйөү менән нәшерләнде, – тине М. Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов.
Китаптың исем туйы Рәсәйҙең баш ҡалаһы үҙәгендәге төп майҙандағы 16-сы павильонда үткәрелде. Сара илдең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡотлауын уҡып ишеттереүҙән башланды. Унда шулай уҡ Мостай Кәримде шәхсән белгән, баҫманы сығарыуҙа ҡатнашҡан кешеләр сығыш яһаны.
Әйткәндәй, бүләк форматындағы китап сағыу итеп биҙәлгән, текстарға шағирҙың шәхси һәм республиканың танылған фотографтары архивынан фотолар бирелгән. Баҫма Рәсәйҙең китап нәшер итеүселәре ассоциацияһының “Иң яҡшы йыл китаптары-2017” конкурсына тәҡдим ителгәйне. Бәйге йомғаҡтары буйынса ул “Классик нәфис әҙәбиәттең иң яҡшы баҫмаһы” номинацияһында дәғүәселәр исемлегенә инде.