Кешеләргә кәрәк кешеләр08.06.2018
Кешеләргә кәрәк кешеләр Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә һәм Рәсәйҙәге дәүләт социаль яҡлау системаһының 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе тармаҡ вәкилдәрен һөнәри байрам менән ҡотлап, республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Социаль хеҙмәт иң яҡшы йолаларға тоғро һәм әүҙем камиллашыуын дауам итә. Бөгөн хаҡлы ялдағыларға, инвалидтарға, йәштәргә, эшһеҙҙәргә, ҡасаҡтарға социаль-көнкүреш, психологик-педагогик, реабилитация ярҙамы күрһәтеү яйға һалынды. Былтырҙан башлап төп йүнәлештәр иҫәбенә шулай уҡ ғаилә сәйәсәтен көйләү ҙә инә, – тине республика Башлығы.
Рөстәм Хәмитов тармаҡ ветерандарын, һөҙөмтәле социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан Пенсия фонды, Социаль страховка фонды, Баш медицина-социаль экспертиза бюроһы, дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне.
– Ҡайһы саҡта ресурстар, көс-ҡеүәт етмәй, арып-талып китәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең беҙҙең ярҙамға мохтажлығын аңлайбыҙ. Улар беҙгә, һеҙгә, власть органдарына ышана. Шуға күрә эшебеҙ бик яуаплы, мөһим һәм кәрәкле. Ошо бурысты намыҫлы итеп башҡарайыҡ, – тине ул.


Вернуться назад