Халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып08.06.2018
7 июндә Владимир Путин сираттағы тапҡыр халыҡ менән асыҡтан-асыҡ һөйләште. Рәсәй Президенты исеменә граждандарҙан 1,3 миллиондан ашыу мөрәжәғәт килде.

Әүәлге осрашыуҙарҙағы кеүек, быйыл да пенсия реформаһы, йәшәү кимәле, бензинға хаҡ артыу, иҡтисади үҫеш мәсьәләләре төп урынды биләне. Президент һәр һорауға аныҡ, төплө яуап бирҙе. Иң танылған телевизион сараға әүерелгән “Дәүләт башлығы менән тура бәйләнеш” ысын мәғәнәһендә күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү булды


Вернуться назад