Сирле оҙаҡ көтә алмай08.06.2018
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар, ведомстволар, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе быйыл үҙенең исеменә дарыуҙар тәьминәтенә бәйле бик күп ялыу­ҙар, мөрәжәғәттәр килеүен билдә­ләне.
– Ябай граждандар ҙа, инвалидтар ҙа, орфан сирлеләр ҙә мөрәжәғәт итә. Хәл яҡшы тип әйтеүҙән йыраҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Минең мәғлүмәттәргә ярашлы, әле 600-ҙән ашыу рецепт үтәлмәгән, йәғни шунса кеше тейешле дарыуын ала алмаған. Һаулыҡ һаҡлау министры һәр дүшәмбе, һәр көн хәлде яйға һалыу буйынса оператив кәңәш­мә­ләр үткәрелә тип ышандырһа ла, мәсьәлә әлегә тиклем хәл ителмәй. Һө­ҙөмтәне күрмәйем. Артабан быға түҙергә ярамай. Ошо кәңәшмәнән һуң хәлде көйләү һәм граждандарыбыҙға дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса ярҙам күрһә­теү йәһәтенән аныҡ план төҙөргә тейешбеҙ.
Республика һаулыҡ һаҡлау министры­ның беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров ғәмәлдәге проблемалар һәм граждандарҙың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү юлдары хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, бындай хәлдең субъектив һәм объектив сәбәптәре бар. Объектив факторҙар иҫәбендә ул аҡсаның 2018 йыл башында ғына килеүе арҡаһында федераль ташлама буйынса препараттар һатып алыуға конкурсты үткәреү ваҡы­тының кисектерелеүен, федераль ҡаҙна­нан тейешенсә финансламауҙы, орфан сирле пациенттар һанының артыуын билдәләне.
Республика Башлығы дарыуҙарҙы һатып алыу ғәмәлен башҡарыу йәһәтенән Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Иҡтиса­ди үҫеш министрлығы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген көсәйтергә, бындай хәл ҡабатланмаһын өсөн тейешле сара күрергә ҡушты.



Вернуться назад