Дәүләт башлығына һорауың бармы?06.06.2018
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “тура бәйләнеш”кә килгән шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр һаны 1 миллиондан артып киткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш 7 июндә уҙғарыла. Дәүләт башлығы рәсәйҙәр менән аралашыу барышында уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк. Программаны “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “ОТР” телеканалдары, шулай уҡ “Маяк”, “Вести ҒМ”, “Рәсәй радиоһы” радиостанциялары тапшыра. Президентҡа һорауҙы Берҙәм хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәге телефоны, СМС-хәбәр, “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәре аша ебәрергә мөмкин. Бынан тыш, “Мәскәү-Путинға” һәм “ОК Live” ҡушымталары аша ла бәйләнешкә сығырға була.
Берҙәм хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенең телефоны: 8-800-200-40-40. Ҡала һәм кеҫә телефондарынан шылтыратыу бушлай. Сит илдән иһә үҙәккә +7-499-550-40-40, +7-495-539-40-40 телефондары аша шылтырата алаһығыҙ. СМС һәм ММС-хәбәр Рәсәй элемтә операторҙары телефондарынан 0-40-40 номерына ҡабул ителә. Һорауҙы рус телендә генә бирергә мөмкин. Уның күләме 70 тамғанан артмаҫҡа тейеш.



Вернуться назад