Мөмкинлек арта06.06.2018
Рәсәйҙә Әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлеге артты. Хәҙер уны алдан алынған кредитты ҡаплау өсөн тотонорға була.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, йорт һалыуға йәки һатып алыуға элегерәк бүленгән кредитты капитал аҡсаһы менән ҡапларға мөмкин. Тик бер шарт бар: финанс йөкләмә икенсе йәки артабанғы сабый тыуғанға тиклем барлыҡҡа килергә тейеш.
– Кешеләргә аҡсаны файҙаланыуҙа күберәк ирек бирергә кәрәк, – тине Дмитрий Медведев.
Яңы ҡарар ҡабул итеү һөҙөмтәһендә 1,19 миллион ғаилә Әсәлек капиталын яңыса файҙалана аласаҡ.