“Өрәк” заводтар ҙа бар икән06.06.2018
“Өрәк” заводтар ҙа бар икән“Роспотребнадзор” һөт ризыҡтары сығарған, әммә этикеткала күрһәтелгән адрес буйынса табылмаған һөт производстволары исемлеген баҫтырып сығарҙы.

Быйыл был исемлеккә дүрт предприятие эләкте. Улар – Пенза өлкәһенән “Март”, Калуга өлкәһенән “Белга”, Рязань өлкәһенән “СкайМилк” һәм Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһынан “ЭКОпродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре. Былтыр ошондай 18 предприятие асыҡланғайны. Исемлек менән “Роспотребнадзор”ҙың сайтында танышырға мөмкин. Әле “өрәк”тәргә ҡарата контроль-күҙәтеү саралары ойошторолған. Уларҙың яраҡлылыҡ сертификаттары, декларациялары ғәмәлдән сығарылған, һөт ризыҡтары һатыуҙан алынған, 4 миллион һумдан ашыу күләмдә штраф һалынған.



Вернуться назад