Һайлау тамам. Һайлау көтөлә06.06.2018
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе алдан тауыш биреү һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Дөйөм алғанда, халыҡтың 13,4 проценты һайлауға килгән. Лидерҙар рәтендә, ғәҙәттәгесә, ауыл биләмәләре. Мәҫәлән, Хәйбулла районында һайлаусыларҙың — 17,99, Нуриман районында — 17,77, Баймаҡ районында 17,02 проценты тауыш биргән. Иң түбән күрһәткестәр Ағиҙел (7,96), Октябрьский (10,7), Стәрлетамаҡ (11,11) ҡалаларына тура килә. Әйткәндәй, был һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр электрон тауыш биреү уҙғарылды, республикала 15 мең самаһы кеше ошо хоҡуҡ менән файҙаланды.
Партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев билдәләүенсә, алдан тауыш биреү процедураһы — асыҡ процесс.
— Республикала йәшәүселәр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһынан күрһәтелергә лайыҡлы тип һанаған кандидаттар өсөн тауыш бирҙе. Төбәк башҡарма комитеты, урындағы партия бүлексәләре алдан тауыш биреүҙе үткәреү өсөн ҙур эш башҡарҙы. Артабан партияның Генераль советы берҙәм һайлау округы һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһынан депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеген раҫлаясаҡ, — тине Константин Толкачев.
Константин Борисович әйтеүенсә, ҡайһы бер биләмәләр буйынса халыҡ һайлауҙа һүлпәнерәк ҡатнашһа ла, былтырғы Дәүләт Думаһы алдынан уҙғарылған праймериз һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда үҫеш бар. “Бындай ыңғай динамика халыҡтың партияға һәм уның кандидаттарына ышанысын күрһәтә”, — тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлегә был партия эсендә алдан тауыш биреү генә булды. Кандидаттар көстәрен, мөмкинлектәрен һынап ҡараны. Төп һайлау — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау — 9 сентябрҙә үтәсәк.


Вернуться назад