Ошо көндәрҙә “Евразия йөрәге” сәнғәт фестиваленең тулы программаһы асыҡланды.
8 июндә Конгресс-холда “Башҡортостан, Урал һәм Волга буйы халыҡтарының милли кейемдәрендә мәҙәниәттәр калейдоскобы” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелә. Кисен иһә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры барыһын да Симфоник төнгә көтә. Программаның ҡунағы – халыҡ-ара конкурстарҙа еңеп сыҡҡан, “Алтын битлек” һәм “Алтын софит” премияларына, сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Чехияның “EURO Pragensis Ars” милли премияһына эйә булған Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының халыҡ артисы, Ҙур театр солисы Вероника Джиоева.
9 июндә киске 18 сәғәт 30 минутта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Башҡортостан халыҡтарының Республика милли кейем байрамының парады башлана. Кис өфөләрҙе “UFA-KURAIFEST” байрамына саҡыралар. Унда Ленар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостан милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, республиканың атҡаҙанған артистары Азат Биксурин һәм Рушан Биктимеров, Мәскәүҙән world music жанрында эшләгән “ZAMAN” төркөмө, “Урал моңо-2018” халыҡ-ара конкурс фестивале лауреаттары һәм башҡалар ҡатнаша. Был көндө шулай уҡ “ZAINETDIN” этно-шоуын, оркестр ҡыҙыҡай Ләйсән Золотареваның сығышын ҡарарға мөмкин.
10 июндә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына арналған симфоник төн ойошторола. Юбилей концертында уҡыу йортон тамамлаған йондоҙҙарҙың, башҡа ижади коллективтарҙың сығышы тәҡдим ителә.
11 июндә иһә – “Этнотөн”. Сараның ҡунаҡтары – Ҡаҙағстандан “ULYTAU”, Бүрәт Республикаһынан “SHONO”, Мордовиянан “OYME”, Грузиянан “Mgzavrebi” төркөмдәре.
12 июндә тамашасыларҙы фестивалдең гала-концертында көтәләр. Унда Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры һәм ҡунаҡтар сығыш яһай.