Байкал нерпаһын ауларға ярамай05.06.2018
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы йәмәғәтселек һәм хайуандарҙы һаҡлау ойошмаларының фекерен иҫәпкә алып, Байкал нерпаһын промыслаға аулауҙы бөтөнләй тыйҙы.

Байкал нерпаһы – тюлендең Көнсығыш Себерҙә, сөсө һыулы Байкалда тереклек иткән берҙән-бер төрө. 2009 йылдан уны ошо төбәктә йәшәгән аҫаба халыҡтар, ғалимдарҙан тыш бүтәндәргә аулау тыйылған. Белгестәр был йәнлектең интеллект йәһәтенән дельфиндан ҡалышмауын билдәләй.
Әйткәндәй, былтыр Байкалдың көньяҡ яры буйында 140-тан ашыу үле нерпа табылған. Белгестәр билдәләүенсә, бының төп сәбәбе – хайуандарҙың һиҙелерлек артыуында, был иһә уларҙың һанын көйләү йәһәтенән тәбиғәттең үҙ ҡануны.


Вернуться назад