Ҡулланыу кәрзине05.06.2018
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығында ҡулланыу кәрзине иҫәбен бөтөрөү хаҡында фекерҙәр яңғырай. Уға йәшәү минимумы күләме бәйләнгән
(1 майҙан иң бәләкәй эш хаҡы йәшәү минимумына тиңләштерелде).
Әйткәндәй, ҡулланыу кәрзине составы ил Хөкүмәте тарафынан биш йылға билдәләнә. Һуңғы тапҡыр ул 2012 йылдың декабрендә яңыртылғайны. Социаль ярҙам системаһын модернизациялау планы иҫәбе менән документ 2020 йылға тиклем оҙайтылды.
Төрлө категория граждандары — хеҙмәткә яраҡлы, пенсионерҙар һәм балалар өсөн ҡулланыу кәрзинендәге тауарҙар һәм хеҙмәт күрһәтеү исемлеге айырылмай. Мәҫәлән, хеҙмәткә яраҡлы кешегә йылына 100,4 килограмм бәрәңге тейеш. Ә бала кешегә — 88,1 килограмм, пенсионер йәшендәгеләргә — 80 килограмм самаһы. Ә икмәк тәүге категория кешеләренә кәрзиндә 126,5 килограмм ҡаралған, пенсионерға — 98,2, балаларға — 77,6 килограмм. Шулай уҡ йыйылмала йәшелсә, яңы емеш-еләк, шәкәр, кондитер, ит һәм балыҡ аҙыҡтары, йәнә йомортҡа, бүтән продукция бар.
Үҙ сиратында, йәшәү минимумынан ситләшеүҙе “Росстат” хәйерселек сигендә йәшәүҙә күрә. Бөгөн Рәсәйҙә 20 миллион самаһы кешенең килеме йәшәү минимумынан аҙ.
Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков, бөтә кәрзин йыйылмаһын үҙгәртергә кәрәк, тип иҫәпләй. Ул билдәләгәнсә, бөгөн уның шарттары ысынбарлыҡҡа тап килмәй, хатта граждандарҙың мотлаҡ сығымдары өлөшө лә иҫәпкә алынмай. “1996 йылда барлыҡҡа килгән ҡулланыу кәрзинендәге исемлектән бөгөнгөһө бөтөнләй бүтәнсә. Һуңынан ул бер аҙ яңыртылған, әммә барыбер хәҙерге тормош, бынан 60 йыл элекке менән сағыштырғанда, бөтөнләй икенсе”, — ти ул.