Милләт һаулығы ҡиммәтерәк05.06.2018
Рәсәйҙә телевидениела дарыуҙарҙы рекламалауҙы тулыһынса тыйырға уйлайҙар. Ошо хаҡта сенаторҙар Дәүләт Думаһына законға үҙгәрештәр индереүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Ғәҙәттә, ауырыуға теге йәки был дарыу менән дауаланыу кәрәклеге хаҡында табип күрһәтмә бирә. Бөгөн иһә табыш артынан ҡыуған предприятиеларҙың эфирҙа дарыу хаҡында өҙлөкһөҙ реклама биреүе, уның ауырыуға ғәжәп файҙалы булыуын аңлатыуы — сәйер күренеш. Ни генә тимә, арабыҙҙа төрлө кеше бар, берәүҙәр ошо “изге” һүҙҙәргә ышанып, ике лә уйлап тормай дарыуҙы алып, үҙ белдеге менән дауалана башлай. Табип рөхсәтенән тыш яһалған бындай аҙымдың күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал. Беренсенән, һәр кешенең организмы үҙенсәлекле, берәүгә бер дарыу килешһә, икенсегә уның бөтөнләй ярамауы бар. Организм ҡаҡшай, йәнә күпме аҡса әрәм була. Мәҫәлән, умыртҡаһы ауыртҡан кеше билем ауырта тип теге йәки был майҙы алып һөртә, ябай алымдар менән ҡан баҫымын төшөрә, юғары холестериндан дауалана. Аңлатма яҙмаһында шулай уҡ рекламаларҙа дәүләт теркәүе үтмәгән препараттар ҙа килеп сығыуы хаҡында әйтелгән. Ә бит Евросоюз илдәрендә рецептһыҙ дарыуҙар хаҡында реклама бирергә ярамай. Рәсәйҙә хәҙер рецептһыҙ бары наркотик һәм психотроп матдәләр ҡушылған препараттарҙы ғына рекламалау тыйылған.
Әлбиттә, эфирҙа өҙлөкһөҙ дарыуҙы маҡтап, тәҡдим иткән тапшырыуҙарҙы тыйырға тырышыу тәүге аҙым түгел. Йыл башында Дәүләт Думаһы депутаттары ошондай закон проектын телевидениела ғына түгел, радиола ла тыйыу кәрәклеген тәҡдим итте. Ул саҡта авторҙар үҙҙәренең башланғысын Рәсәй халҡының 60 проценты үҙ белдегенә дауаланыуы, ошо сәбәпле үлем осраҡтары буйынса бишенсе урынды биләүе менән аңлатты.
Ә реклама баҙары вәкилдәре иһә, дарыуға ҡарата бындай сикләү булырға тейеш түгел, тип бара. Рәсәйҙең коммуникациялар агентлығы ассоциацияһы мәғлүмәт­тәре буйынса, беҙҙең илдә “медицина һәм фармацевтика” категорияһында реклама уртаса 19 процент йәки йылына 33 миллиард һумдан ашып китә. Әгәр бындай тыйыу тормошҡа аша ҡалһа, Рәсәй телеканалда­рының табышының төшөүе, һис шикһеҙ, уның эшенең сифатында ла һиҙеләсәк.
Закон проекты авторҙары үҙҙәренең ҡарашын ныҡ яҡлай: беренсенән, был телевидение өсөн әллә ниндәй ҙур табыш түгел, икенсенән, милләт һаулығы барыһынан да ҡиммәтерәк.



Вернуться назад