Иғтибар: контроль һатып алыу!04.06.2018
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа махсус закон проектын ҡабул итте. Был документ “Роспотребнадзор”ға контроль һатып алыу үткәрергә рөхсәт бирә.
Хәҙер “Роспотребнадзор” вәкилдәре ойошмаларҙың һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың тәҡдим иткән тауарын, хеҙмәтләндереү күрһәткәндә уларҙың мотлаҡ һаналған талаптарҙы үтәү-үтәмәүен тикшерә ала. Документҡа ярашлы, контроль һатып алыу көтмәгәндә ойошторола, йәғни сауҙа нөктәһен алдан иҫкәртеп тормайҙар. Әгәр контролер тауар һатып алғанда етешһеҙлек тапһа, шунда уҡ махсус танытмаһын һәм контроль һатып алыу бойороғон күрһәтеп, тикшереү үткәреүен хәбәр итергә тейеш.
Совет осоронда контроль һатып алыу ныҡ таралғайны һәм сауҙа эшмәкәрлеген күҙәтеүҙә тотоуҙа файҙалы ҡорал булды.