Яңы бүлексә саҡыра05.06.2018
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Рәсәй урамындағы 108-се йортта яңы форматтағы почта бүлексәһе асылды.
Нимәһе менән үҙенсәлекле һуң ул? Яңы биҙәлеше, заманса ҡорамалдары менән айырылып тора. Клиент залының майҙаны 100 квадрат метр самаһы. Электрон сират бар. Бланктар тултырыу, корреспонденцияны ҡарап сығыу өсөн уңайлы кәнәфиҙәр, өҫтәлдәр ҡуйылған. Хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн ҡулайламалар булдырылған. Ошонда уҡ банкомат, ҡәһүә һатыу автоматы эшләй.
Операциялар залында дүрт тәҙрәнән хеҙмәтләндерәләр. Ваҡытлы матбуғат, филателия, открыткалар һатыу өсөн айырым урын бүленгән. Бер тәҙрәнән банк клиенттарына хеҙмәт күрһәтәләр. Әйткәндәй, почта персоналы заманса хеҙмәт күрһәтеү буйынса белемен камиллаштырған.