Ҡыҙыл майҙанда — башҡорт китаптары05.06.2018
Мәскәүҙә IV “Ҡыҙыл майҙан” китап фестивале үтте. Быйылғы форумда Калининградтан алып Владивостокка тиклем 45 төбәк нәшриәте ҡатнашты. Улар 100 меңдән ашыу төрлө китап тәҡдим итте.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте — төп китап форумының әүҙем ҡатнашыу­сыһы. Уның стенды “Рәсәй төбәктәре” тип аталған 17-се павильонда урынлашҡайны.
“Китап” нәшриәте етәксеһе Илһам Йәндәүләтов әйтеүенсә, мәскәүҙәр беҙҙең продукция менән әүҙем ҡыҙыҡһына, рус, башҡорт, татар телдәрендәге китаптарҙы ҙур теләк менән һатып ала.
— Уҡыусыларҙы айырыуса башҡорт сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына, этнографияһына, республика­лағы күренекле шәхестәргә арналған баҫмалар ҡыҙыҡһындыра. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаш­ҡан “төньяҡ амурҙары” тураһындағы китапты һорайҙар, — тине ул. — Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә нәшер ителгән балалар әҙәбиәтенә ихтыяж бар. Балаларын туған телдә уҡытырға теләгән ғаиләләр өсөн был ҙур ярҙам булып тора.
“Ҡыҙыл майҙан” фестивале Мәскәүҙең үҙәгендә уҙғарылды. Китаптар Василий Блаженный соборынан алып Тарих музейына тиклем урынлаштырылды. Быйылғы сара А.С. Пушкиндың тыуған көнөнә һәм Рус теле көнөнә арналды. Шулай уҡ Максим Горький­ҙың тыуыуына — 150, Иван Тургеневтың тыуыуына — 200, Нобель премияһы лауреаты Александр Солженицындың тыуыуына 100 йыл тулыуға ла ҙур иғтибар бирелде.
Быйылғы фестиваль программаһы былтырғыһы менән сағыштырғанда ярайһы уҡ киңәйтелгән. Уның нигеҙендә 500-гә яҡын сара ойошторолдо.



Вернуться назад