Рәсәй – Бразилия. Кем еңер?05.06.2018
8-10 июндә Өфөлә “Милләттәр лигаһы” халыҡ-ара ярышының Рәсәй этабы уҙа. Был командалар араһындағы яңы турнир былтырҙан бирле ошоғаса булған “Донъя лига”һын алмаштырҙы.

“Милләттәр лигаһында” 16 команда үҙ-ара көс һынаша. Шуларҙың 12-һе – төп статуста, дүртәүһе – дәғүәсе. Ярыш миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса, иң аҙаҡҡы ике команданы дәғүәселәрҙән иң яҡшылары алмаштыра. Ә турнир еңеүсеһе “Алтау финалы”нда асыҡланасаҡ.
Быйыл төп командаларға Рәсәй, Бразилия, Италия, АҠШ, Ҡытай, Сербия, Франция, Аргентина, Иран, Польша, Германия, Япония вәкилдәре инә.
Баш ҡалабыҙҙағы этапта Рәсәй, Бразилия, Ҡытай, Иран командалары ҡатнаша. Хәтерегеҙҙәлер, 2012 йылда Лондондағы Йәйге олимпиадала Рәсәй йыйылма командаһы тап Бразилия волейболсыларына ҡаршы финал матчында тәүге тапҡыр олимпия чемпионы исемен яуланы. Исемдәре бөтә донъяға билдәле данлыҡлы спортсыларҙы күрмәй ҡалмағыҙ!



Вернуться назад