Поезд килә, туҡ-туҡ-туҡ…05.06.2018
Рәсәй тимер юлдары көнө айҡанлы Федерация Советында “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, идара рәйесе Олег Белозеров сығыш яһаны. Ул тимер юл транспортын үҫтереү стратегияһының көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында һөйләне.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһынан сенатор Лилиә Ғүмәрова Олег Белозеровты 2019 йылда республикабыҙҙың 100 йыллығын байрам итеү сараларына саҡырҙы.
– Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялау проекты 100 юбилей объекты исемлегенә индерелде, – тине сенатор. – Был эште тамамлау ошо байрамға ҙур бүләк булыр ине.
Олег Белозеров байрам көндәрендә Башҡортостанға килергә ризалыҡ бирҙе. Уның әйтеүенсә, Өфө вокзалын реконструкциялау дүрт этапта тормошҡа ашырыла. “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте вокзал комплексындағы эштәр буйынса үҙ иңенә алған йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәйәсәк, тип белдерҙе етәксе.