Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү эше барышы менән танышты. Был мөһим объект Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышлап төҙөлгән 100-әү исемлегендә. “Яр буйы”н киләһе йылдың көҙөндә сафҡа индереү ҡаралған. Конгресс-холл тапҡырындағы 1,2 километр оҙонлоғондағы тәүге участка 2014 йылда уҡ төҙөлә. Әлегә унда гидротехник ҡоролма һәм юл һалынған. Быйыл йәй төҙөкләндереүҙе башлап, октябрь башына матур төҫ алған 400 метр оҙонлоғондағы ер өлөшөн тапшырырға ниәтләнә төҙөүселәр.
Республика Башлығы белдереүенсә, яр буйын төҙөкләндереү эше дауам итәсәк һәм киләһе йыл бында ял итеү, күңел асыу, тәбиғәт менән һоҡланыу өсөн үтә шәп урын барлыҡҡа киләсәк.
Гидротехник ҡоролма төҙөү ҡаланы көслө ташҡындар мәлендә һыу баҫыуҙан һаҡлаясаҡ. Ә 12 метр бейеклеккә тиклем күтәрелгән ярҙа юл төҙөү был талапҡа яуап бирә. Ғөмүмән, ярҙы нығытыу, төҙөкләндереү бөтә республика һәм Өфө халҡына кәрәк. Төрлө фекерҙәр булһа ла, төбәгебеҙҙе матур, төҙөк күрергә теләгән һәр кем республика етәкселегенең был аҙымын – Ағиҙел ярын нығытыу төҙөлөшөн хуплап ҡабул итә.
Яңыраҡ Салауат һәйкәле майҙанына ял итергә сыҡҡанда, Ағиҙел йылғаһы буйындағы үҙгәрештәрҙе күреп: “Яр буйын нығытып, төҙөкләндереп, яҡшы эшләйҙәр. Хәҙер, исмаһам, халыҡ рәхәтләнеп Ағиҙел буйында ял итер. Республикаға ситтән килгән ҡунаҡтарҙы матур, төҙөк, мөһабәт күренеш ҡаршы алыр”, – тип һоҡланып, ҡыҙыу тиҙлектә барған төҙөлөшкә ҡыуанып ҡарап торғайныҡ. Былай булғас, киләһе йылдан рәхәтләнеп Өфөбөҙҙөң “Яр буйы”нда ял итәсәкбеҙ икән!