Йәкшәмбелә – алдан һайлау01.06.2018
Быйыл сентябрҙә төбәк халҡы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлаясаҡ. Республика парламентына 110 депутаттың яртыһы – бер мандатлы округ, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайланасаҡ.
Ошо сара алдынан төбәктә “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған алдан һайлау сараһы – праймериз 3 июндә ойошторола. Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем 662 иҫәпләү участкаһы эшләйәсәк. Сарала ҡатнашырға теләгәндәр участкаларҙың ҡайҙа урынлашыуы хаҡында тулы мәғлүмәтте праймериз сайтынан белә ала.
Партияның төбәк бүлексәһенән белдереүҙәренсә, праймеризда 584 кандидат ҡатнашасаҡ, ҡалғандары иһә йә дебатты үтмәгән, йә хөкөм ителмәгән булыуҙары хаҡында мәғлүмәт алып килмәгән өсөн исемлектән төшөп ҡалған.
Әйткәндәй, был сарала ҡатнашҡандарҙың өстән бер өлөшөн – 35 йәшкә тиклемге йәштәр, 60,5 процентын – партия ағзалары, 16,7 процентын – уларҙың фекерҙәштәре, 22,8 процентын бер партияға ла ҡарамаған граждандар тәшкил итә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы алдан һайлау уҙғарып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарҙы һайлау маҡсатын ҡуя.