ШАЙМОРАТОВ ҠЫЛЫСЫ01.06.2018
Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы оҫталары генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ҡылыс ҡойҙо.

Был ҡоралды “Никон” художество әй­бер­ҙәре фабрикаһы эшселәре әҙерләне. Ул – 1940 йылғы генерал ҡылысының тулы күсермәһе. Шул осорҙа юғары офицерҙар парадта тап ошондай ҡорал тотоп ҡатнаш­ҡан.
Хәнйәр йөҙө төп нөс­хәне ҡабатлай, ә ҡы­ны нәфис итеп биҙәлгән, унда Миң­ле­ғәле Шайморатовтың исем-шәрифе уйып яҙылған, фоторәсеме урынлаштырылған. Эскиз авторы – фабриканың рәссамы Алексей Павлючков.


Вернуться назад