Һабантуйҙар гөрләй01.06.2018
Һабантуйҙар гөрләйРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылда Башҡортостандың ҡала, райондарында “Һабантуй” халыҡ байрамын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Документ республика хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми Интернет-порталында донъя күрҙе.

Документҡа ярашлы, Башҡортостанда тәүге һабан байрамы 26 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Ҡырмыҫҡалы районында үтте. Иртәгә Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы халҡын һабантуйға көтәләр.
10 июндә иһә байрам Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовещен, Борай, Ғафури, Йәрмәкәй, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Тәтешле, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондарында һәм Күмертау ҡалаһында уҙғарыла. Баш ҡалабыҙ Өфөлә был сара 12 июндә була. Дыуан, Ҡариҙел, Күгәрсен, Мәсетле, Мишкә, Салауат, Шишмә райондары һабантуйҙы 16 июндә, Салауат ҡалаһы, шулай уҡ Балтас районы — 30 июндә, Иглин районы иһә 7 июлдә үткәрә.


Вернуться назад