Башҡортостандың Архив эштәре идаралығы һәм республиканың Милли архивы Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә, шулай уҡ дәүләт архив хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына әҙерлек йылында 25 майҙан 15 декабргә тиклем “Башҡортостандың фотойылъяҙмаһын бергәләп яҙайыҡ!” акцияһын иғлан итте.
Архив ведомствоһында әйтеүҙәренсә, акцияның маҡсаты — фотолар каталогын тулыландырыу, төбәктәге фотодокументтарҙы һаҡлап ҡалыу. Ғаилә архивтарынан, шулай уҡ дәүләт власы органдары, предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар архивтарынан алынған үҙенсәлекле тарихи һүрәттәр Башҡортостан тарихын өйрәнеү йәһәтенән ҡиммәтле сығанаҡты тәшкил итә. Республиканың милли архивы тарихи йәһәттән ҡиммәтле фотоларҙы һаҡлауға ҡабул итә.
Һүрәттәрҙе һайлап алыуҙың төп талаптары:
— һүрәтләнгән ижтимағи-сәйәси ваҡиғаның әһәмиәте;
— Башҡортостан Республикаһының аяҡҡа баҫыуында һәм үҫешендә теге йәки был шәхестең роле;
— республиканың, министрлыҡтың, ведомствоның, ҡала һәм райондың, предприятиеның, ойошманың тарихы менән бәйле саралар.
Фотолар тик аннотация менән ҡабул ителә. Унда ваҡиғаның атамаһы һәм датаһы, һүрәтләнгән кешеләрҙең исем-шәрифе күрһәтелергә тейеш. Һүрәттәрҙе түбәндәге адрес буйынса ебәреүегеҙ һорала: Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 4, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, 10-сы кабинет. Сканерланған фотоларҙы
[email protected] адресы буйынса ебәрергә мөмкин.