Ретро-автомобиль күргең килһә...01.06.2018
Ҡала көнөндә Өфөләге Якутов исемендәге паркта ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе ойошторола, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Совет районы матбуғат хеҙмәтенән.
Күргәҙмәлә киң танылған “Чайка” — “ГАЗ-14” автомобилен күрергә мөмкин. Ул 1977 йылда сығарыла башлай һәм 1988 йылда, КПСС Үҙәк комитеты айырым хоҡуҡтарға ҡаршы көрәш тураһында ҡарар ҡабул иткәндән һуң, туҡтатыла. Тап ошо ҡарар нигеҙендә иң затлы һәм берҙән-бер совет автомобиле етештерелмәй башлай, бөтә документтар, йыйыу линиялары, кузов штамптары юҡ ителә. Автомобилдәр эшләү тарихында әлегә тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ.
Күргәҙмәгә ҡуйылған тағы ла бер совет машинаһы — “Москвич-400”. Заманында был автомобилде Opel Kadett кеүек ике ишекле итеп эшләргә ниәтләгәндәр, әммә яңы модель Сталинға оҡшамаған.
Өфөлә тағы ла ниндәй ретро-автомобилдәр бар икән? 12 июндә көндөҙгө сәғәт 3-тә паркка килһәгеҙ, уларҙы күреү, хатта фотоға төшөрөү мөмкинлегенә эйә