Өйөңдән сыҡмайынса тауыш бир30.05.2018
Элекке көн “Берҙәм Рәсәй”ҙең электрон тауыш биреү сараһы башланды. Онлайн тәртибендә 1 июнгә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Бындай алым һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡулланыла. Тауыш биреүселәрҙе теркәү өсөн махсус сайт асылды. “Электрон тауыш биреүҙә ҡатнашыу” тигән төймәгә баҫып, сарала ҡатнашыуға ғариза ебәрергә була. Әйткәндәй, сайтта 30 майға тиклем теркәлергә мөмкин.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты матбуғат секретары Арина Рәхимҡолова әйтеүенсә, онлайн тәртибендә тауыш биреп өлгөргәндәр участкала ҡайтанан был сарала ҡатнаша алмай. Исемлектәр Интернет аша иҫәп участкаларына еткерелә. Электрон тауыш биреү һөҙөмтәләре ошондай участкаларҙағы протокол мәғлүмәттәре менән берләштерелгәндән һуң ғына еңеүселәр асыҡлана. “Берҙәм Рәсәй” тәү сиратта мәғлүмәтте һаҡлау һәм ике тапҡыр тауыш биреүгә юл ҡуймау сараһын күрә. Шуға ла ғариза ебәреү, верификация һәм тауыш биреү алымы һәр йәһәттән уйланылған. Тауыш биреү интерфейсы ғына түгел, мәғлүмәтте һаҡлау системаһы ла ныҡлы һаҡлана.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһы бөтә республика буйынса 3 июндә үткәрелә. Уның йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауға партия кандидаттары билдәләнә.