Йөрәген йәлләмәне шағир30.05.2018
Май аҙағында Калининград өлкәһендә “Йөрәгеңде йәлләмә һин, шағир” тигән төбәк-ара әҙәби конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Ул республикабыҙҙың Бишбүләк районынан сыҡҡан шағир-фронтовик Фәтих Кәрим иҫтәлегенә арналды.

Взвод командиры Фәтих Кәрим 1945 йылдың 19 февралендә дошмандарҙың нығытмаһына һөжүм иткәндә батырҙарса һәләк була. Владимиров ҡасабаһында, Калининград һәм Багратионовск ҡалаларында тантаналы саралар ойошторолоп, шағирҙың вафат булған, ерләнгән урындарында, уның исемен йөрөткән урамда саҡырылған ҡунаҡтар сәскә һалды. Конкурста ҡатнашыусылар Фәтих Кәримдең лирик һәм һуғыш тураһындағы шиғырҙарын уҡыны.
Алыҫ төбәк халҡы азатлығы өсөн ғүмерен йәлләмәгән яҡташыбыҙ иҫтәлеген калининградтар шулай хөрмәтләп һаҡлай.


Вернуться назад