Йылылыҡҡа ҡыш ҡына түләргә30.05.2018
Йылылыҡҡа ҡыш ҡына түләргәБыйылғы көҙҙән Башҡортостандың дүрт ҡалаһы – Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Благовещен – йылылыҡ өсөн яңыса түләү системаһына күсә. Йәғни халыҡ был хеҙмәт өсөн һыуыҡ миҙгелдә генә түләйәсәк.

Ысынлап та, торлаҡты көҙ, ҡыш, яҙ айҙарында ғына йылытһалар ҙа, бының өсөн йыл әйләнәһенә уртаса хаҡ түләтәләр ине. Һөҙөмтәлә ҡайһы фатирҙың ғәмәлдә күпме йылылыҡ тотонғаны сер булып ҡалды. Хәҙер түләм йорттоң нисә ҡатлы булыуынан, стена­ларҙың ниндәй материалдан эшләнеүенән, фатирҙың майҙанынан, тыштағы һауа температураһы күрһәткестәренән сығып билдәләнәсәк. Тимәк, иң һалҡын ваҡыттарҙа – декабрь-ғинуарҙа – хаҡ күберәк ҡуйыласаҡ. Уның ҡарауы, йәйгеһен кешеләр йылылыҡ өсөн бер тин дә бирмәйәсәк.
Был хеҙмәткә йылына ошолай һигеҙ айҙа ғына түләү былтырҙан бирле Дәүләкән, Ҡыйғы, Илеш, Баҡалы райондарында башҡарыла ла инде. Рәсәйҙә иһә Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Калининград, Архангельск, Силәбе, Татарстан ҡалалары бындай системаға күскән.


Вернуться назад