Күршеләр менән туризмды үҫтерәбеҙ29.05.2018
Башҡортостан менән Татарстан парламенттары видеоконференция тәртибендә туризмды үҫтереү мәсьәләһенә арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова һәм Татарстан Дәүләт Советы Рәйесе урынбаҫары Римма Ратникова сараның модераторҙары булды. “Түңәрәк өҫтәл” эшендә парламентарийҙар, туризм һәм мәғариф ойошмалары етәкселәре, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.

Йомабикә Ильясова әйтеүенсә, сараның төп маҡсаты — ике республика парламенттары араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, туризм өлкәһендәге хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын, ҡануниәтте камиллаштырыу. Татарстан Дәүләт Советының Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара комитеты рәйесе Альберт Хәбибуллин туризм өлкәһендә Башҡортостан һәм бүтән төбәктәр менән берлектә тормошҡа ашырылған проекттар, ошо өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу йәһәтенән үткәрелгән һәм киләсәккә планлаштырылған саралар тураһында һөйләне. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова иһә “Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында туризм өлкәһен норматив-хоҡуҡи көйләү” тигән темаға сығыш яһаны.
“Түңәрәк өҫтәл”дә шулай уҡ илебеҙҙә геопарктар ойоштороу, балалар туризмын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.


Вернуться назад